Все новости

Ҡурҡыныс та, рәхәт тә

Әллә ниңә бында быйыл барырға йыбандыҡ.

Ҡурҡыныс та, рәхәт тә
Ҡурҡыныс та, рәхәт тә

Әллә ваҡыт еткереп булманы, әллә уныһы булып та, башҡа сәбәптәре ҡамасауланы. Ә бит сирләге килмәй. Халыҡ һөйләүенә ышанһаң, имеш, ошонда кем йылына бер генә булһа ла сумып сыға, шул йыл буйына ауырымай. Быныһы, бәлки, шапыртыуҙыр, кем белә, элегерәк сумғандан һуң, беҙ үҙебеҙ сирхаулап яттыҡмы икән, хәтерҙә түгел, ә хәтерҙә ҡалмағас, тимәк, ауырымағанбыҙ, кеше белмәй әйтмәйҙер - Көмөш шишмә әҙәм балаһына иммунитет өҫтәй.
Ырымбур өлкәһе Туғыҙтимер ауылы янында урынлашҡан был тәбиғәт мөғжизәһе - Көмөш шишмә. Бер булдыңмы бында, аяҡтарың шул яҡҡа гел әйҙәп торор. Шишмәгә сумыу менән, тәнгә меңләгән энә ҡаҙалғандай була, бына-бына йөрәк туҡтар кеүек тойола, ҡурҡыныс, шул уҡ ваҡытта рәхәт.
Иң мөһиме - буш. Шишмәне әле береһе лә үҙенеке итмәгән. Халыҡ та аңлай башланы шикелле, шишмә тирәһендә сүп-сар күренмәй, бөтөн ергә ҡамау ҡуйып, аҡса таптыра башлағастын, ер-һыуҙарҙың да ҡәҙере артты.
...Тәбиғәт биргән ниғмәттәрҙең, үҙебеҙҙән үҙебеҙ йәлләмәй, рәхәтен күрәбеҙ. Ошоларҙан мәхрүм ҡалырға яҙмаһын.

Автор:
Читайте нас: