Все новости

Үсекләшеү

Атайың ҡушҡан исемде үҙгәртеп әйтһәләр, кемгә рәхәт икән? 

Үсекләшеү
Үсекләшеү
Атай-әсәйең был исемде мең исемдәр араһынан һайлаған, мулла бабай уны ҡолағыңа бышылдаған һәм барса таныш-белеш һиңә ошо исем менән өндәшә, яңы, быға тиклем белмәгән кеше менән күрешкәндә лә, исемеңде әйтеп танышаһың. Исем - ябай һүҙ генә түгел, күп мәғәнәгә эйә, һиңә ғүмерлеккә бирелгән атама, тамға ла ул. Уның үҙ сере, тылсымы бар. Ә бына ошо тылсымлы исемде боҙһалар, кеше үҙен нисек тоя? Бигерәк тә, бала саҡта булғылай бындай хәл, малай-шалай һинең исемде үсекләп әйтергә ярата. Ныҡ асыу килә бындай мәлдә. Ҡайһы бер үҙгәртеп әйтелгән, мыҫҡыллы исем-ҡушамат кешегә ғүмере буйы йәбешеп ҡала. Ҡыҙғаныс. 
Былары әҙәм балаһы тураһында. Ер-һыу атамаларын да, үҙгәртеп, үсекләшеп ҡушып була икән. Кеше асыуын белдерә, ҡаршылаша ала, ә йылғаларҙың теле юҡ. Телдәре булһа, беҙҙе нимә тип әрләрҙәр ине икән? 
Автор:
Читайте нас: