"Ниндәй йылға һыуын эсәһең?" тип тә һорау таралған. Халыҡ борондан ниндәй ҙә булһа һыу янына ултырып тормош ҡора башлаған, һыуһыҙ - йәшәү юҡ. Шуға ишаралап һорайҙар ҙа "Ниндәй һыуҙы эсәһең?".
Яңы Таймаҫтар борон-борондан бер һыуҙы эсә, Көйөргәҙе һыуын. Был йылғаға ҙур рәхмәт, таймаҫтарҙың тормошон һутландырып, йәмләп аға ла аға. Көйөргәҙе, барыһы өҫтөнә, бик йомарт йылға. Балығы менән таймаҫтарҙы туҡландыра. Флүр ағай бөгөн бына ошондай суртан тотҡан. Үҙен маҡтау менән бергә (һәр балыҡсы үҙен маҡтай), йылғаға ла өндәшә: Рәхмәт һиңә, Көйөргәҙе!