Былай ҙа саҡ торған кешене ҡотортоп, ошолай хәбәр-саҡырыу ебәрҙеләр. Яңы Отрада ауылы янындағы ял итеү базаһы тураһында
бер яҙған инек, Аҡтау тип атала, иҫләһәгеҙ. Ул саҡта ҡыш ине.
Ялан-ҡырҙарҙы бер әйләнеп, атта сабып килгәндә шәп булыр ине, һыбай йөрөгән саҡтар онотолған, аҙаҡ, аттан төшкәс, ерҙән атлап китеүе генә ауыр булғаны хәтерҙә, аяҡтар ике яҡҡа айырылып тик бара.
Ат ене, нисек булһа ла, беҙҙең ҡанда, шуға ошо хайуанға күңел гел тартыла, йөрөй беләһеңме-юҡмы, уныһында эш юҡ (һыбай йөрөй белеү - үҙе һөнәр, юрттырғанда дөрөҫ бармаһаң, бөйөрҙәрең килеп сыға яҙа), атта сапҡы килә, барыбер. Һаулыҡ өсөн дә файҙалы - иппотерапия.
...Саҡыралар икән, тимәк, барырға кәрәк. Яҙабыҙ-яҙабыҙ Аҡтау хаҡында, ә барып күргән юҡ. Репортаж сәфәрҙән һуң булыр.