Түкән, Туғай Кинйәһе һәм башҡа бихисап ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙағы кеүек? Ошонда тыуған инек, әйҙәгеҙ, йыйылышайыҡ әле, ауылдаштар. Бынауында мәктәп була торғайны, ә бында - магазин. Анау убаһы ҡалҡып торған ерҙә һеҙҙең өй инеме әле?
Яманһарыға ялға ҡайтҡан бер уҡыусыбыҙ ебәрҙе был фотоны.
Умирают деревни молча,
Без стона, без горестных слез... тип тә яҙған.
Ә гөлдәр, бер нимәгә ҡарамаҫтан, үҫеп ултыра (элек йәшәгән хужанан ҡалғандыр, моғайын, орлоғо шәп була был сәскәнең, сабып, йолҡоп ҡына ҡотолормон тимә).
Сәскәләр тыуған тупраҡтан айырылмай, йәл, кешеләр сәскә түгел.