Бөтә яңылыҡтар
Ерҙәребеҙ, һыуҙарыбыҙ
18 Ноябрь 2024, 09:46

Көйөргәҙе йылғаһы дауаһы

Бер иптәшебеҙ ялдарын бик шәп үткәргән. 

Көйөргәҙе йылғаһы дауаһы
Көйөргәҙе йылғаһы дауаһы

Көйөргәҙе ауылына ҡайтҡан. Үҙенә тыумыштан тиерлек балыҡ ене ҡағылған, ҡайҙа барһа ла, күҙҙәре йылға-күлдәрҙе эҙләй башлай - бында балыҡ бармы икән?

Әле лә, ҡайтып төшөү менән, аяҡтары уны Көйөргәҙе йылғаһына алып килгән. Уңышы ярайһы ғына булған.

- Шул тиклем йәнгә рәхәт булды, йылға буйы тып-тыныс, баштағы сыуалсыҡ уйҙарҙан ҡотолдом, хатта бер мәлгә илгә тыныслыҡ килгән икән тигәнгә ышана яҙҙым. 

Автор:
Читайте нас