Минең бер сетерекле һорауым бар ине, шуға яуап бирһәгеҙ ине тип яҙам. Беҙҙең Яҡшымбәт ауылы советында ниндәйҙер үҙгәрештәр керетәләр, халыҡтың пай ерен киренән теркәтәләр. Был ниндәй маҡсат менән эшләнгәне беҙгә ҡараңғы, халыҡ белмәй. Беҙҙең ерҙәргә бер хужа табылғанмы икән әллә? Халыҡтың ерен кире теркәтеп, ниндәйҙер ҡултамғалары алып, халыҡ пай еренән ҡолаҡ ҡағырға тейеш, күрәһең. Был минең уйым инде, шуға ошо һорауға яуап биреп, халыҡҡа аңлата алһағыҙ яҡшы булыр ине. Ниндәй маҡсат менән ул ерҙәрҙе кире теркәтәләр икән, шуны белге килә. Ерҙе яйлап ҡына икенсе хужаларға күсерергә уйлайҙармы икән? Башҡа кешенән яуап алырлыҡ түгел, шуға һеҙҙән яуап көтәбеҙ.
Яуап киләһе һанда гәзиттә баҫыласаҡ.