Бөтә яңылыҡтар

Ой, Михайловка моя, ты одна такая

Көйөргәҙе районындағы ауылдарына арнап яҙылған йырҙар арта.

Ой, Михайловка моя, ты одна такая
Ой, Михайловка моя, ты одна такая

Беҙҙең халыҡ ауылһыҙ йәшәй алмай. Беҙҙең тигәндә, башҡортон, татарын, сыуашын, марийын, удмуртын – барыһын бергә әйтәбеҙ. Ауыл – милләт тотҡаһы. Күбебеҙҙең сыҡҡан, тыуып-үҫкән ере ул – ауыл. Ҡалала йәшәһәк тә, нисә йылдар үтһә лә ауыл үҙенә тарта, һағындыра

Сам себя считаю городским теперь я
Здесь моя работа, здесь мои друзья
Но всё также ночью снится мне деревня
Отпустить меня не хочет Родина моя.

Һөҙөмтәлә йыр тыуа. Көйөргәҙе районындағы беҙ белгән генә Яңы Мораптал, Зәк-Ишмәт, Яманһары ауылдарына арнап яҙылған йырҙар бар (белмәгәнебеҙ булһа, кемдер өҫтәр, бәлки).

Бына сираттағыһы – Михайловка ауылына һөйөүен белдереп яҙылған йыр.  Кем яҙған? Улар үҙҙәре хаҡында ошолай ҡыҫҡаса белешмә биргән:

"KORNI — музыкальный коллектив, выросший из тишины деревень и простых дворов. Мы не про глянец и не про показную жизнь. Мы про корни — про дом, землю, людей и путь, который начинается там, где ты родился".

Корни тигәс, теге "Фабрика звезд" проектынан сыҡҡан егеттәр тип уйлауы ла бар, юҡ, былар тулыһынса беҙҙеке, тәбиғәт балалары, бер ниндәй ҙә фабрика сығармаған, ауыл тыуҙырған.

Бик мәслихәт, егеттәр. Ижадығыҙ маҡтауға лайыҡ.

....Тора-бара ауылдарыбыҙ хаҡында йырҙарҙа ғына, һағынып, йырларға ҡалырмы икән?

Автор:
Читайте нас