Эшҡыуарлыҡ
26 Июль 2023, 11:45

Фермер тигәс тә...

Кеше рәхәт кенә аҡса эшләй тип уйлай.

Фермер тигәс тә...Фермер тигәс тә...
Фермер тигәс тә...

...Рәсил, ең һыҙғанып, эшкә тотондо, тик тәүге йыл йүнле уңыш алып булманы, шуға бәйле килем дә булмағас, Рәсил себергә сығып китте.
Ҡыш буйы эшләп, күп кенә аҡса алып ҡайтты. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҙыҡ бит инде, мин ултырам хыялланып, хәҙер баҙарға барабыҙ, кейенәбеҙ, өйгә әйберҙәр алабыҙ, тип. Ә ул торҙо ла, мин трактор алам, тине. Белорусь тракторы һатып алды ла, тағы ер эшенә тотондо. Ҡышҡылыҡҡа йәнә себергә сығып китте, тағы аҡса алып ҡайтты ла, мин Т-150 алам тине, алды. Көҙөн бер фермерға уңыш йыйырға ярҙам итте һәм эш хаҡына фермер уға комбайн бирҙе. Яйлап ҡына, тотонолған булһа ла техника алып, ергә батып, эшлектән сығып ултырған тракторҙарҙы йүнәтеп, буяп, өр яңы хәленә килтереп, ер эшен шулай итеп башлап ебәрҙе инде...

Ҡыҙҙарыбыҙ, атайыбыҙ, тип өҙөлөп торалар. Эштән бушаған ваҡытында балаларҙың күңелдәрен күреп тора, ҡайҙа алып бар тиһәләр шунда сығып китәбеҙ.
Тормош иптәшең ниндәй кеше тиһәләр, ул бик аҙ һүҙле кеше, тиер инем. Ул күп һөйләргә яратмай, бер ваҡытта ла эшен өйгә алып ҡайтмай, эшем ауыр, арыным, тип зарланмай, шуға күрә, уның эшенең ни тиклем ауыр икәнен аңлаһам да, еңел генә кеүек тойола. 

Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас