Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
7 Ноябрь 2023, 14:45

Йөрәктәрҙе дауалау

Кемдеңдер нимәгәлер оҫталығын күрһәң, күңелдә һоҡланыу тыуа. 

Йөрәктәрҙе дауалау
Йөрәктәрҙе дауалау
Әле лә шулай булды. Ермолаево эшҡыуары Вадим Кормилицын эшен асып ебәргән. Хөкүмәт аҡса биргән, ир кеше кәрәк-ярағын алған, гаражын тапҡан (РТП бинаһы), һәм бына, эште оҙаҡҡа һуҙмай, машиналарҙы йүнәтә лә башлаған. Тимур Иҙрисов, район башлығының инвестициялар буйынса урынбаҫары (халыҡса итеп әйтһәк, бизнес-шериф) теге саҡ беҙҙе Яҡшымбәткә алып бармағайны, унда пилорам асылды. Рәхмәт төшкөрө, әле өндәште. Беҙҙең дә оҫта кешеләр менән һоҡланғы килә, юғиһә. 
Вадим автомобилдәрҙең йөрәген дауалай - двигателдәрен ремонтлай. Техниканан алыҫ торған беҙ - филологтар өсөн был бик ҡатмарлы һөнәр кеүек, ҡай саҡ, оят булһа ла әйтәйек, өйҙә кран йүнәтәм тигәндә лә ҡулды йыртып ебәрәбеҙ, йә һүтеп алған нәмәңде кире йыя алмай, ҡайһы нәмәнең ҡайһы еренә борола икәнен аңламай, аңшайып торабыҙ.
Эшегеҙ уң булһын, Вадим Сергеевич, сырхау йөрәкле машиналар һеҙҙән, сихәтле дауаһын алып, һап-һау булып сығып китһен. 
Автор:
Читайте нас