Район башлығы урынбаҫарының был тәҡдиме, әлбиттә, шәп, әйтәһе түгел, әммә уттай эш, бигерәк тә, һайлау барған көндө мунсала сабынып ултырыу килешәме икән?
Аҙаҡ ҡына төшөндөрҙө: мунса төҙөгән фирмаға барып әйләнәйек тиеүе икән. Вилдан Садыҡов, мунса, бәҙрәфтәр төҙөү буйынса ойошма асҡан, шунда барып киләйек ти, баҡһаң.
Вилдан хөкүмәттән бизнесы өсөн аҡса алған, Елена Ломова ла, халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү бүлеге етәксеһе, килеп етте, биргән аҡсаларҙы егеттәр дөрөҫ тотонғанмы, әрәм-шәрәм итеп бөтмәгәнме?
Барыһы ла тәртиптә, эштәре лә арыу ғына барғанға оҡшай, мунса алабыҙ тип килгәндәр ҙә бар.
- Бер мунса, размерына ҡарап, яҡынса, 300 мең һумға барып баҫа. Бәҙрәфтәрҙең дә төрлөһө бар, ҡатын-ҡыҙ айырым, ир-ат айырым керә торғаны ҡыйбатыраҡ.
Йорт төҙөгән кеше күп хәҙер, районда ла әле бер, әле икенсе ерҙә өйҙәр ҡалҡып сығып тора. Егеттәргә уңыштар теләнек - кешеләргә сихәт, тән, йән рәхәте бирер мунсаларығыҙ күберәк төҙөлһөн, клиенттарығыҙ юлығыҙҙы һыуытмаһын.
– Төбәктә бизнесты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә ярҙам итеүҙең киң системаһын булдырырға тырыштыҡ. Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты һәм муниципаль бизнес-шерифтар әүҙем эшләй, уларҙың төп бурысы – бизнесҡа ярҙам итеү, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Республикала шулай уҡ дәртләндереү сараларының – финанс, мәғлүмәт-консультация сараларының киң исемлеге ғәмәлдә. Бөтә был ҡорамалдар һөҙөмтәле эшләй һәм, ысынлап та, беҙҙең бизнесҡа ярҙам итә.