Все новости
Эшҡыуарлыҡ
6 Ноября , 09:09

Беренсе аҙымдан ҡурҡмаҫҡа

- Күп кеше эшһеҙлек менән йонсой, күбеһе Себер тарафтарына сығып китә.

Беренсе аҙымдан ҡурҡмаҫҡа
Беренсе аҙымдан ҡурҡмаҫҡа

Мин дә оҙаҡ уйландым, ғаиләмдән ситтә йөрөп эшләү бер ҙә күңелгә ятманы. Сөнки балаларҙың үҫеүен күрмәү бигерәк ауыр. Ә улар атай терәген белеп үҫергә тейеш. Ҡулымдан ниндәй эш килеүен уйлаштырҙым, шунан уңайлы итеп төҙөлгән, йыраҡҡа еңел генә йөк машинаһы менән алып барып етерлек итеп төҙөлгән мунсалар эшләргә булдым. Тарихҡа байҡау яһаһаҡ, беҙҙең бит ата-бабалар ағас эшен бик яҡшы белгән.
Районыбыҙҙың Мәшғүллек үҙәге аша субсидия юлланыҡ, Аллаһы тәғәләгә рәхмәт барыһы ла уң булып, эшебеҙ алға китте. Хөкүмәт тарафынан ярҙам да булып тора. Беседкалар, ағастан төрлө өй тирәһенә кәрәкле ҡоролмалар, модулле мунсалар эшләй башланыҡ. Модулле мунсалар буранан һалынғанға ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ хаҡҡа сыға. Етмәһә, уға нигеҙ ҡойоу ҙа талап ителмәй. Һатып алырға теләүсенең пректы буйынса тиҙ арала мунса эшләнә һәм урынына алып барып ҡороп та ҡуйыла.
Яңыраҡ модулле өйҙәр эшләй башланыҡ. Уларға республикабыҙҙың төрлө райондарынан заказдар күп.

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: