Маяҡ май заводына бәйләп, шулай килтереп сығарҙылар. Ул май Ҡытайға китә ахрыһы күберәге.
Райондың бренды тигәндә, һәр кем үҙенсә әйтер, әле Өфөгә барған Көйөргәҙе вәкилдәре (унда, Торатау конгресс-холында, ҡулланыусылар копперативтары съезы бара) киндер тотоп барғандар - бына ул беҙҙең бренд!
Ысынында, киндер бизнесы менән “Алға” кооперация рәйесе
Абдрахман Сөләймәнов байтаҡтан шөғөлләнә, уның арҡаһында, Көйөргәҙенең киндер сәйе, майы тураһында күптәр белә.
...Кисәге күргәҙмәлә йөрөгәндәр беҙҙең егет-ҡыҙҙар янында, башҡаларҙыҡына ҡарағанда, оҙағыраҡ туҡталып киткәндәр, әйткәндәй. Бынан ары район бренды - киндерҙең даны тағы ла киңерәк таралыр.
- Һин ҡайҙан булаһың?
- Көйөргәҙенән.
- Ә теге киндере менән дан тотҡан районданмы?