Матур, яңы мәктәп, әммә, балалар булмағас, ҡалайтаһың, яптылар ҙа ҡуйҙылар. Рәсми властар бер ҡасан да яптыҡ тимәй, мәктәптең эшен ваҡытлыса туҡтаттыҡ, ти. Быйыл, мәҫәлән, Свобода, Павловка мәктәптәре лә "ваҡытлыса туҡтап" ҡалды.
Ҡотлоюл мәктәбе оҙаҡ етемһерәп ултырманы, уның кухняһында икмәк һала башлағандар.
- Хаҡы күмпенән?
- Әлегә бушлай таратам, халыҡ тәмен белһен дә, аҙаҡ һата башлармын.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә бирелер.