Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
25 Ғинуар , 11:00

Күмертауҙа туҡыу цехы асылды

Тәжрибә уртаҡлашабыҙ тип, Яманһары менән Яҡуп ауылдары ла килгән.

Күмертауҙа туҡыу цехы асылды
Күмертауҙа туҡыу цехы асылды
Ҡала өсөн был бик күркәм ваҡиғаға әйләнде.
Элекке типография тип аталған бинала эшләйәсәк яңы цех. Уның хужабикәһе Сания Ҡотлобаева, бик өлгөр, тиктормаҫ ҡатын. Күмертау мәшғүллек Үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, аҡса алған, Санкт-Петербургта ошо туҡыу һөнәренә махсус уҡыған һәм бына, үҙенең цехының ишектәрен асып та тора.
- Бик егәрле ҡыҙ ул, -тинеләр сығыш яһаусылар, - әле ҡараһаң, бында йөрөй, икенсегә ҡараһаң, әллә ҡайҙа, икенсе ерҙә йөрөй. Үҙ эшенә ныҡ бирелгән кеше. 
Тәжрибә уртаҡлашабыҙ тип, Яманһары менән Яҡуп ауылдары ла килгән.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас