Азамат менән Айгөл икеһә лә уңған, тырыш, эшһөйәр. Улар 2019 йылда ауылдарында "Батыр" ғаилә кафеһы асып ебәргәйне. Ул әле уңышлы эшләп килә, күңел һалып бешерелгән аҙыҡ һәр береһен үҙенә тартып тора. Етмәһә, бында юбилейҙар, төрлө байрамдар үткәреү мөмкинлеге лә бар.
- Минең әсәйем ашнаҡсы, ул аш-һыуға оҫта. Уға ҡарап мин дә гел бешеренергә яраттым. Беҙ бәләкәй ваҡытта кешеләр күпләп сөгөлдөр утаны. Беҙҙең ғаилә лә был эштән ситтә ҡалмай ине. Сөгөлдөр, бәрәңге утарға мине йөрөтмәнеләр, ә өйҙә ашарға бешерергә ҡалдырып китәләр ине. Шул ваҡытта мин төрлө ҡамыр аштарын бешерергә өйрәндем. Ата-әсәйем эштән ҡайтыуға төрлө бәлештәр бешереп ҡуя инем.Әйткәндәй, тормош иптәшем дә аш-һыу оҫтаһы. Ул ғаиләлә иң өлкән бала була, шулай уҡ әсәһенә ярҙам итеп, ашарға бешереү серҙәренә төшөнә. Ул профессиональ повар-кондитер. Тормош һуҡмағында бер-беребеҙҙе осратыу ҙа осраҡлы булмағандыр.
Азамат менән беҙ Өфөлә йәшәнек. Беренсе улыбыҙ менән декрет ялында булғанда ғаиләмде төрлө тәмле аш-һыу әҙерләп һыйланым. Тик кенә ултырғансы бәлештәр, ваҡ бәлештәр, билмәндәр әҙерләп һатыуға ҡуйыу уйы килде, төрлө төркөмдәргә реклама ебәрә башланым. Бер көндө БСТ каналынан шылтыратып: "Декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа өйҙә ултырып аҡса эшләй алыу тураһында программа әҙерләйбеҙ. Һеҙҙең турала бәләкәй генә видео яҙма төшөрһәк буламы?” - тип шылтыраттылар. Шунан һуң мин ҡанатланып киттем, хатта ашнаҡсы курстары үттем. Һәм эш башлап ебәрҙем.
Ауылға күсеп ҡайтҡас уйлана башланыҡ: ғаилә менән барып, балалар менән ял итеп алырлыҡ бер урын да юҡ. Етмәһә, ауылыбыҙ трасса буйында урынлашҡан, кешеләр магазинға туҡтайҙар ҙа: "Һеҙҙә ултырып ҡына ашай торған урын юҡмы", - тип һорайҙар ине. Шунан миндә кафе асып ебәреү идеяһы тыуҙы. Тормош иптәшем менән уйлаштыҡ та эшләп ҡарайыҡ, килеп сығырмы юҡмы, тип башлағайныҡ, Аллаға шөкөр эшләп киләбеҙ. Үҙебеҙҙең милли аш-һыуҙан тыш, төрлө ҡамыр аштары бешерәбеҙ. Осетин бәлешен дә беҙҙең кафела тәмләп ҡарап була.
Беренсе йыл эшләй башлағанда район хакимиәте аша ярҙам юллағайныҡ. Үткән йылдың декабрь айында Мәшғүллек үҙәге аша кәрәкле ҡорамалдар алыуға өлгәштек. Аллаға шөкөр, ярҙам итеүҙән баш тартманылар. Эш башлап ебәргән йәш эшҡыуарҙарға гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған хөкүмәтебеҙгә рәхмәт.
Хәҙер беҙҙә һыуытҡыс шкаф, конвекцион мейес, пицца бешереү өсөн таш мейес, фритюрница, кофемашина бар.
Беҙҙең духовкала 20 минут эсендә бер генә пиццаны бешереп була ине. Хәҙер пицца бешереү өсөн тәғәйенләнгән таш мейестә 3 минутта 4 пицца әҙер була. Әлбиттә, был мейестәрҙә бешкән ҡамыр-аштарының да сифаты икенсе. Хәҙер кеше сәләмәт тормош алып барырға тырыша. Дөрөҫ туҡланыуға ла өҫтөнлөк бирә. Ул әле модала. Клиенттар натураль ҡәһүәгә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә "кофемашина" ла алдыҡ.
Ҡул аҫтында уңайлы ҡоролмалар булғас, дәртләнеп тағы ла күберәк эшләргә тырышабыҙ. Кафебыҙҙа балаларҙың тыуған көндәрен дә үткәрәләр. Яңыраҡ үткән байрамда гел бер төрлө генә булмаһын тип балалар менән бургерҙар эшләнек. Бургерҙар өсөн иптәшем иҙелгән бәрәнгенән ҡамыр яһап, ваҡ ҡына икмәктәр бешерҙе. Бик тәмле килеп сыҡты, барыһына ла оҡшаны.
Пландарыбыҙ ҙур, тағы ла юл буйында уңайлы ғына булған сәйхәна, йәки кафе асырға уйлайбыҙ. Әлеге кафе ҙур улыбыҙҙың исемен йөрөтә. Бәләкәй улыбыҙ: "Ҡасан беҙҙә Искәндәр кафеһы була?" - тип аптырата. Шуға үҙебеҙҙең алдыбыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып алға барырға ынтылабыҙ, - ти аш-һыу оҫтаһы Айгөл.
Тәүәккәл, уңған эшҡыуар Исмәғиловтар йүнселдәргә юл асыҡ, тигән әйтемде иҫбатлай ҙа инде. Айгөл менән Азаматтың эштәре гел уң булып, ҡуйған маҡсаттары гел тормошҡа ашһын.
Тимур ИҘРИСОВ, районыбыҙ хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары:
- Заманса биналы яңы кафе асыу өсөн Айгөл Исмәғиловаға уңайлы ер участкаһы һайларға, шулай уҡ кафе өсөн модуль бинаһы һатып алыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Бының өсөн уға процент ставкаһы түбән булған Башҡортостан микрокредит компанияһына мөрәжәғәт итергә тәҡдим иттек.
Хөрмәтле эшҡыуарҙар, ҡуртым өсөн түләүҙән арыһағыҙ, үҙ мөйөшөгөҙ тураһында хыялланһағыҙ - стационар булмаған сауҙа объектын йәки йәмәғәт туҡланыуы объектын булдырырға ниәтләйһегеҙ икән, миңә шәхсән, йәки Көйөргәҙе районы хакимиәтенең иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенә мөрәжәғәт