Эшҡыуарлыҡ
20 Апрель , 03:26

Тәүәкәллек һәм сәм – ике ҡанат

Азамат Исмәғилевкә Таймаҫ ауылы кешеләре исеменән Юшатыр гәзите биттәрендә рәхмәт һүҙҙәре еткерергә булдыҡ.

Тәүәкәллек һәм сәм – ике ҡанатТәүәкәллек һәм сәм – ике ҡанат
Тәүәкәллек һәм сәм – ике ҡанат

Азамат Исмәғилев ауыл бөтә тигән заманда, машина ремонтлау үҙәге асып ебәрҙе Таймаҫта.Халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса бик тә кәрәкле башланғыс. Сөнки ауылда һәр бер йортта машина бар. Гел генә ҡалаға сабып булмай. Күрше ауылдарҙан да киләләр, эшһеҙ тормай Азамат. Бөтә ауыл менән был башланғысҡа шатландыҡ. Сөнки хәҙер йәштәр ҡалала эшләүҙе хуп күрә.
Йәш кешегә эшҡыуар булыуы еңелдән түгелдер. Ләкин Азамат бик тәүәкәл, егәрле егет. Үҙ эшеңде асып ебәреү өсөн экономист та, бухгалтер ҙа, документ менән эшләү һәләте лә, халыҡ менән уртаҡ тел таба белеү ҙә кәрәк. Был тәүәкәллек ғаиләнән киләлер. Таймаҫ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Исмәғилев Азамат эшһөйәр ата-әсәһенең күркәм өлгөһөндә тәрбиәләнгән. Атаһы – Сулпан Мансур улы – фермер, Афған һуғышын үткән яугир. Әсәһе – Нурзиә Рәшит ҡыҙы бар ғүмерен балаларға бағышлаған. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Бәләкәйҙән тырыш бала булып үҫте Азамат...

Рәсимә СОЛТАНГӘРӘЕВА, Яңы Таймаҫ ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә бирелде. 

Автор:
Читайте нас