Все новости
Фотофакт
19 Апреля 2023, 09:24

Ярау

Уның рәсми ысын исеме "Ермолаево".

Ярау
Ярау
Беҙҙең халыҡтың үҙенсәлеге: рус һүҙҙәрен үҙенсә итеп, ҡулайлаштырып әйтә лә ҡуя (фәндә был күренеш варваризм тип атала). 
- Сәпсим ваҡытым юҡ. Агарутка кәртүф утарға барырға кәрәк. Тәпкемде генә алам да. Нервымды ашап ищү, ғорлам ауыртып тора. 
Ауыл исемдәре менән дә шулай. Беҙҙең Ермолаево ауылы, ябай башҡорт-татар телендә - Ермолаевка.
Властарҙың эше - халыҡҡа ярау. Ҡайһы ерҙә был эш (ярау) нисек ҡуйылғандыр, беҙҙә шәп ҡуйылған. Ауыл исемдәрен халыҡсан итеп яҙып эләләр.
Ниңә Маячный аҫтында Маяҡ тигәне юҡ? Беҙҙә уны береһе лә улай тип атамай. 
Автор:
Читайте нас: