Все новости
Иғтибар
18 Мая 2023, 10:43

Һабантуй ҡасан була?

Районда уны 2 июндә була тип шаулайҙар.

Һабантуй ҡасан була?
Һабантуй ҡасан була?
Беҙ ҙә был хәбәргә аптырап ҡалдыҡ: кисә генә 10 тинеләр ҙә баһа? 
Бер төн эсендә әллә кире уйланылармы? Белештек: юҡ, барыһы ла алдан планлаштырылғанса ҡала, район һабантуйы 10 июндә Беренсе Кинйә (Туғай Кинйәһе) ауылы яланында була. Сәғәт 11.00. ваҡытта башлана. Ә 2-һе тигән хәбәр дөрөҫ түгел. Шулай булғас, барыбыҙ ҙа унына иҫәп тотабыҙ, әҙерләнәбеҙ. 
P.S. Бөгөн бер төркөм иптәштәр һабантуй буласаҡ яланға сыға.
Былар барыһы ла гәзиттә тулыраҡ яҡтыртылыр. 
Автор:
Читайте нас: