Все новости
Иғтибар
24 Мая 2023, 16:24

Ҡағиҙәләрҙе боҙмайыҡ

Республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың 15-се майында “Махсус янғынға ҡаршы режим индереү” бойороғона үҙгәрештәр индереү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Ҡағиҙәләрҙе боҙмайыҡ
Ҡағиҙәләрҙе боҙмайыҡ

Бойороҡ Башҡортостан Республикаһы территорияһында махсус бойороҡҡа тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ. Хеҙмәттәре урман менән бәйле граждандарҙан тыш, башҡаларға урман буйлап йөрөү сикләнә.
Янғын хәлен контролдә тотоу, тәбиғәт янғындарына бәйле хәүефкә һәм ғәҙәттән тыш хәлгә яуап биреү, асыҡ ут сығанаҡтарын асыҡлау һәм тиҙ арала һүндереү буйынса саралар күреү маҡсатында патруль төркөмдәре эш алып барасаҡ.
Граждандарҙың ял итеү урындары, баҡсалар һәм башҡа биләмәләр буйлап рейдтар үтәсәк, йорттарҙа иҫкәртеү саралары ойоштороласаҡ, шулай уҡ, урмандарға сәйәхәткә сыҡҡан туристарға янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү буйынса аңлатыу эштәре лә алып барыла.
Гәзит аша районыбыҙ халҡына янғын хәүефе осоронда урманда нимә эшләргә ярамай, шуларҙы әйтеп үтергә ине. Шулай итеп был осорҙа урмандарҙа нимә эшләү ҡәтғи тыйыла:
- асыҡ ут ҡулланыу (усаҡта ашарға бешереү, иретеп йәбештереү лампалары), тәмәке тартыу, янған шырпыларҙы ырғытыу, тәмәке көлөн ҡағыу;
- ҡоралдан атыу, пиротехник изделиеларын ҡулланыу;
- урманда майланған йәки бензин, керосин һәм башҡа яғыулы матдәләр менән һуғарылған, һөртөлгән материал ҡалдырырға;
- эске яныу двигателдәренең эшләп торған бактарына яғыулыҡ тултырыу, шулай уҡ яғыулыҡ тултырылған машиналар янында тәмәке тартыу йәки асыҡ ут менән файҙаланыу;
- ҡояш менән яҡтыртылған урман аҡланында шешәләр, быяла ярсыҡтары, башҡа сүп-сар ҡалдырыу;
- үләнде яндырыу, шулай уҡ баҫыуҙарға сүптән ҡотолоу өсөн ут төртөү.
Ошоларҙы иҫтә тотоп, янғынды иҫкәртеү тәбиғәтебеҙ өсөн генә түгел, ә кешеләрҙең именлеге, уларҙың һаулығына һәм ғүмере өсөн дә мөһим икәнен аңлауығыҙ һорала.
Был осорҙа, төрлө урмандар буйлап, көн һайын патруль йөрөйәсәк һәм ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен тикшерәсәк.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, янғынға ҡаршы махсус режим осоронда, шул иҫәптән граждандарҙың урманда ҡалыуын һәм уларға транспорт инеүен сикләгән осорҙа, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында, иҫкәртеү кеүек административ саралары ҡаралмаған.
Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 8.32-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу өсөн, граждандарға - ҡырҡ меңдән илле мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә - алтмыш меңдән туҡһан мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә алты йөҙ меңдән бер миллион һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыуға килтерә.
Урманда, йәки яландарҙа янғын осрағын күрһәгеҙ, Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратыуығыҙ һорала. 8 (347) 218-14-14, йәки урман һағының берҙәм бушлай номеры 8 (800) 100-94-00.
Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министрлығының Стәрлетамаҡ район-ара территориаль федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлегенең төп белгес-эксперты И.И. Юлдыбаев.

Автор:
Читайте нас: