Була. Әле тап ошондай әмәл сығып торған ваҡыт.
Михайловка, Тимербай, Түбәнге Бабалар яғына йөрөгән маршрут автобустарына водителдәр кәрәк. Әле улар бар, тик автобусты ҡала кешеһе йөрөтә, таң менән тороп сығып китә (автобус эсе буп-буш), ауылдарҙан әйләнеп килә - файҙаһы әллә ни юҡ. Бензинды ерле юҡҡа яндырып, ваҡытты бушҡа үткәреп йөрөгән кеүек. Башавтотранс әле шулай тип белдерҙе: ауылдарҙың үҙендә йәшәгән йүнле генә водитель булһа, эшкә алыр инек. Мәҫәлән, Ул Тимербайҙа йәшәй, кәрәк ваҡытта, автобусын ҡыҙҙырҙы ла сыҡты. Ватсап аша барыһы менән алдан һөйләшеп ҡуйҙы ла ("Мәрхәбә апай, һиңә нисәгә барырға, Әхмәтйәмил кейәү, ә һиңә?"), халыҡты йыйҙы ла китте лә барҙы. Башавтотранс өсөн был отошло буласаҡ, әле аҙнаһына өс тапҡыр йөрөй икән маршрут, аҡсаға экономия булһа, өҫтәмә рәүештә, йәнә бер тапҡыр йөрөтә алалар. Был практика, әйткәндәй, бер ваҡыт беҙҙә булғайны.
Эш хаҡы - 50 мең һум. Уйлағыҙ әле, егеттәр, кемдең D категорияһы бар һәм кемдең, ауылда йәшәп кенә, ошондай эш хаҡы алғыһы килә.