Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
12 Декабрь 2023, 10:57

Һаҡ бул, шыршы!

Барыһының да көтөп алған байрамы, Яңы йыл етеүгә күп ваҡыт та ҡалманы.

Һаҡ бул, шыршы!
Һаҡ бул, шыршы!

Байрамдың төп ҡунағы шыршы булыуы, бер кемгә лә сер түгел, тап ул өйҙәрҙе биҙәп, барыыһна ла байрам кәйефе бүләк иетп тора. Был осраҡта ҡайһы берҙәр яһалма шыршы һатып алып ҡуя, кемдер баҙарҙан тереһен һатып ала, ә ҡайһы берәүҙәр яланда үҫеп ултырған шыршыны ҡырҡып алып ҡайтып ҡуйырға ла тартынмай. Быға бәйле декабрь айы башланыу менән "Шыршы" операцияһы башлана. Уны "Һаҡ бул, шыршы", тип атаһаҡ та хата булмаҫ, был осраҡта беҙ шыршыны ла, кешене лә иҫкәртәбеҙ. Ярҙамһыҙ шыршы, был иҫкәртеүҙе күрмәҫ тә, ишетмәҫ тә, ә кешеләр, ҡырҡылған шыршы өсөн күпме штраф һалынғанын күреп, бәлки уйға ҡалыр, был аҙымға бармаҫ, тип ышанабыҙ.
Шулай итеп, 27- се ноябрҙән 31-се декбргә тиклем "Шыршы-2023" Башҡортостанда ылыҫлы йәш үҫентеләрҙе законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2023» оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғарыла.
Был осорҙа, дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән берлектә:
- ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы киҫәтеү өсөн урмандарҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторола;
- дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа һәм урмандарҙан сыҡҡан ерҙәрҙә, шыршы продукцияһын ташыуҙы контролдә тотҡан стационар постар булдырыласаҡ;
- шыршы продукцияһын һатыу урындарында рейдтар үткәреләсәк.
Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡарала. Ябай кешеләр өсөн штраф күләме – 3-4 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 20-40 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 200-300 мең һум тәшкил итә. Штрафтарҙан тыш, ҡағиҙә боҙоусы урман фондына зыянды ҡапларға бурыслы буласаҡ. Әгәр зыян суммаһы 5000 һум һәм унан күберәк булһа, закон боҙоусы енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. Был статья буйынса иң юғары яза – алты йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү.
Шулай уҡ, әгәрҙә һеҙ был операцияға ҡағылышлы закон боҙоуҙы күрәһегеҙ икән, 8(347) 218-14-14 телефоны буйынса Төбәк Урман хужалығы Министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып, ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу, әҙерләү һәм законһыҙ һатыу тураһында хәбәр итә алаһығыҙ.
Илдар ЮЛДЫБАЕВ, БР Урман Хужалығы Министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты

Автор:
Читайте нас