Все новости
Иғтибар
20 Марта , 16:23

Морапталдар, парк кәрәкме?

Яңы Мораптал өсөн әле ни бары 87 генә кеше тауыш биргән.

Морапталдар, парк кәрәкме?
Морапталдар, парк кәрәкме?
Ә бит проект шәп - ташландыҡ бер ерҙә өп-өр яңы, заманса парк төҙөү. Был идея әллә ҡасандан йәшәп килә морапталдарҙа, уны эшкә ашырырға ғына ҡул етмәй, дөрөҫрәге, аҡса юҡ ине. Һәм бына, "Формирование комфортной городской среды" тигән проект ярҙамында, быны тормошҡа ашырырға була ине. Әле бер кемгә лә кәрәкмәгән йәмһеҙ ташландыҡ ерҙә тиҙҙән балалар майҙансыҡлы, ололар өсөн төрлө күнекмә яһай торған тренажерлы, матур эскәмйәле, кистәрен яҡты фонарҙәре янып торған, тигеҙ тротуарлы, бәлки, фонтанлы ла, яңы парк була ала. Тауыш биреү 30 апрелгә тиклем генә. Морапталдар һәм был ауылды яратҡан, хөрмәт иткән башҡалар! Тауыш бирегеҙ. 
Әйткәндәй, был проектың хаҡы 9 миллион һум.
Был хаҡта гәзиттә мәҡәлә булыр. 
Автор:
Читайте нас: