Все новости
Иғтибар
5 Апреля , 16:41

Ялсыҡайҙар, туҡтап тороғоҙ!

Был ялдарға ауылға ҡайтмағыҙ.

Ялсыҡайҙар, туҡтап тороғоҙ!
Ялсыҡайҙар, туҡтап тороғоҙ!

Шулай уҡ Таймаҫ, Зәк-Ишмәттә тыуып әле ҡырҙа йәшәгәндәргә ҡағыла был. Бер аҙнаға булһа ла түҙеп тороғоҙ.
Лена менән Ялсыҡай араһында ятҡан һыу торбаһы тығылған да һыу, юл өҫтөнән ағып, ҡайтыр юлдарҙы быуған. Торбаларҙы таҙартырға тигән фарман әллә ҡасан уҡ бирелгәйне, таҙарттыҡ та тинеләр, күрәһең, был торбаға сират барып етмәгән. Һәм, бына, уның касафаты кешеләргә төшә, маршрут автобусы ла бөгөн, Яңы Мусаға еткәс тә, артабанғы юлды күреү менән (бәлки, был торба тураһында ла иҫкәрткәндәрҙер) кире боролған.

Ауылға ҡайтып мунсала бер рәхәтләнеп сабыныр, яҙғы киске тынлыҡты (аһ, ҡоштар әле ҡалай һайрай) тыңлар инем тигән инем. Тыңланың!

Автор:
Читайте нас: