


4⃣ Һауа торошон күҙәтегеҙ. Әгәр ул насарайһа, сәфәрҙән баш тартығыҙ.
5⃣ Яҡындарығыҙҙы маршрутығыҙ һәм ҡайтыу ваҡыты тураһында иҫкәртегеҙ.
6⃣ Йылы кейенегеҙ. Поход кейеменең стандарт йыйылмаһы: термобелье, йылы салбар, йөн йәки йылы ойоҡбаш, флистан тегелгән кофта, куртка, башлыҡ, бирсәткә йәки бейәләй.
7⃣ Үҙегеҙ менән ҡабымлыҡ һәм термоста ҡайнар сәй алығыҙ.
8⃣ Шулай уҡ поход аптечкаһы һәм фонарь менән һыҙғыртҡыс та алырға онотмағыҙ.
9⃣ Зарядлы кеҫә телефоны һәм портатив зарядлау ҡоролмаһы алығыҙ. Шулай уҡ спутник телефоны алыу ҙа яҡшы. Уларҙы йылыла һәм дымлы ерҙән ситтәрәк тотоғоҙ.
Хәүеф янағанда 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.