Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
14 Июль , 11:23

Баламды эҙләйем

Ул Украинанан плендан ҡайтҡан булырға тейеш.

Баламды эҙләйем
Баламды эҙләйем

Ринат Шәйхуллин улымдың минән башҡа бер туғаны ла юҡ, ата-әсәһе яҡты донъянан китеп барҙылар. Һуғышта ул пленға эләккәйне, ике ай самаһы элек тыуған илгә ҡайтҡан булырға тейеш. Ул үҙе Баҡалы районында йәшәй ине. Мин үҙем Көйөргәҙе районы Яңы Юл ауылында торам, 72 йәш инде миңә, әле ошо улымды уйлап үҙемде ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйем, бәлки, һеҙ ярҙам итә алырһығыҙ, ул ҡайҙарҙа йөрөй икән?

Мәүлиҙә Саттарова. 

Беҙ был һорау менән район хакимиәтенә сығабыҙ, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ла, бәлки, ярҙам итә алыр. Нисек булһа ла, беҙ Мәүлиҙә инәй Ринатының шат тауышын ишетер тип, ныҡ ышанабыҙ. 

Автор:
Читайте нас: