Балалар!
- Юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбаны йәки ғәйепле булмаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, юлда һәм йәмәғәт транспортында иғтибарлы булығыҙ.
- Велосипедта йөрөү ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
- 14 йәшкә тиклемге балаларға велосипедты автомагистралдәрҙә һәм уларға тиңләштерелгән юлдарҙа, ә 16 йәшкә тиклемге балаларға скутер йәки мопед менән идара итеү тыйыла.
- Электр самокаттарында йөрөү хәүефле! ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН, тиҙлек режимын үтәргә кәрәк. Махсус тәғәйенләнгән урындарҙа һәм һаҡланыу ҡорамалдары (шлем, тубыҡ, налокотниктар) менән генә шыуырға.
-Транспорт саралары менән 18 йәше тулмаған һәм тейешле категориялы транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғына эйә булмаған кешеләр идара итә алмай. - Яҡынлашып килгән машина алдында бер ҡасан да юлға сыҡмағыҙ. Был хәүефле, сөнки водитель машинаны шунда уҡ туҡтата алмай.
- Юлды йәйәүлеләр үткәүеле буйлап махсус билдәләнгән урындарҙа үтергә кәрәк. Юлға яҡынлашып килгән транспорттың һулдан да, уңдан да булмауына инанғас ҡына сығығыҙ.
- Автобустан төшкәс, юлға сығырға ашыҡмағыҙ. Автобус китеп барғансы көтөгөҙ, һуңынан ғына, машиналар юҡлығына инанғас, юл аша сығығыҙ.
- Скейттарҙа һәм роликлы конькиҙа, велосипедта, самокатта йөрөү хәүефле.
- Йәйәүлеләр үткәүеленән ситтә юлға сыҡмағыҙ, был урында водитель йәйәүлеләрҙе көтмәй һәм автомобилде шунда уҡ туҡтата алмаясаҡ.
- Юл ситендә туп һәм башҡа уйындар уйнау хәүефле, быны ихатала йәки балалар майҙансығында эшләү яҡшыраҡ.
- Уйын йәки спорт майҙансығында булғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ һәм бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ.
Водителдәр!
Мәктәптәр, балалар баҡсалары, йәмәғәт транспорты туҡталыштары һәм балалар булған башҡа урындар янында иғтибарлы булығыҙ. Тиҙлекте кәметегеҙ, йәйәүлеләр үткәүелдәренә яҡынлашығыҙ, хәрәкәтте дауам итер алдынан уларҙа балалар юҡлығына инанығыҙ. Айырыуса торлаҡ зоналарында һәм ихаталарҙа һаҡ булығыҙ, унда балалар көтмәгәндә юлға сыға ала. Балаларҙы машина менән йөрөтөү ҡағиҙәләрен онотмағыҙ! Баланың йәшенә һәм ауырлығына ярашлы баланы тотоу ҡоролмаларын ҡулланығыҙ. Эскән килеш руль артына ултырмағыҙ! Эскән водитель-бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, бигерәк тә балалар өсөн үлем ҡурҡынысы тыуҙырған енәйәтсе.