Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
13 Сентябрь , 07:10

ҺЕҘҘЕҢ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК

Башҡортостан халҡына нисек ауға эләкмәҫкә 

Йыл һайын 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Датаны 2004 йылдың сентябрендә Бесландағы фажиғәле ваҡиғалар иҫтәлегенә тап килтереп һайлайҙар. Ул саҡта террорсылар мәктәпкә баҫып инеп, ике тәүлектән ашыу уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы бикле тотто. Теракт һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк булды, шуларҙың 186-һы – балалар. Был көндө Бесланда ғына түгел, бөтә илдә террор ҡорбандарын иҫкә алалар һәм ошо хәүефкә ҡаршы тороу өсөн барыбыҙ ҙа уяу булырға тейешлегебеҙҙе тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрәләр. «Кемгә файҙалы икәнен эҙлә» Көн һайын, ғәҙәти тормош менән йәшәгәндә, өйрәнгән көнитмешебеҙгә кемдер килеп ҡыҫылыр, тип уйлап та бирмәйбеҙ. Әммә хәүеф эргәлә генә. Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл йыл башынан Башҡортостанда 41 терактты асыҡлағандар һәм иҫкәрткәндәр. Был былтырғыға ҡарағанда 46 процентҡа күберәк, шулай уҡ экстремистик йүнәлештәге енәйәттәр һаны артҡан. Эксперттар аңлатыуынса, бындай әүҙемлек сит илдәрҙең махсус хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге менән бәйле. – Улар тарафынан Украинала ойошторолған ойошмалар һәм мәғлүмәт-психология операциялары үҙәктәре Рәсәйҙәге хәл-торошто болғау маҡсатында бығаса булмағанса киң кампания, неонацизм идеяларын пропагандалау, халыҡты ҡуҙғытыу, теракттар һәм диверсиялар яһау, интернет ярҙамында Рәсәй граждандарын вербовкалау эшен башлап ебәрҙе, – тип БР прокуратураһының экстремизмға ҡаршы тороу бүлегенең өлкән прокуроры Татьяна Овчинникованың фекерен килтерә «Башинформ» агентлығы. Быйыл хоҡуҡ һаҡсылары МХО тураһында ялған хәбәр таратҡан һәм Рәсәй армияһын хурлау менән шөғөлләнгән 650-нән ашыу сайтты япты. Һәр мәғлүмәткә тәнҡит аша ҡарағыҙ Милли республикаларға енәйәтселәр айырым иғтибар бүлә, бында «кәмәне һелкетеү» һәм хәлде тотороҡһоҙландырыу еңелерәк, тип иҫәпләй. – 2024 йылда Башҡортостан сит илдәрҙән иң күп мәғлүмәт һөжүме яһалған өс Рәсәй төбәгенең береһе булды, – ти БР Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов. – Барлығы 960 мәғлүмәти сәбәп теркәлгән. Был күрһәткес буйынса беҙ Чечня Республикаһынан һәм Дағстандан ғына бер аҙға ҡалышабыҙ. Был ғәйәт ҙур көсөргәнеш. Волга буйы федераль округында республикабыҙ тикшереүҙе талап иткән мәғлүмәт сәбәптәре һаны буйынса беренсе урынды биләй. Төрлө хәйлә алымдары уйлап табып ҡына торалар: социаль селтәрҙәрҙәге яҙмалар, тарихты боҙоп күрһәткән, милләт-ара көсөргәнешлек тыуҙырған ялған ғилми теориялар. Шуға күрә һәр ваҡыт һәр мәғлүмәткә тәнҡит күҙлеге аша ҡарағыҙ, манипуляция объекты булмаҫ өсөн төплө ҡарарҙар ҡабул итегеҙ. Балаларға баҫым яһала Балалар террорсылар өсөн уңайлы ҡорал һанала. Улар социаль селтәрҙәрҙә «еңел» генә аҡса эшләү юлдары тәҡдим итеп, бәлиғ булмағандарҙы аулайҙар. 5 – 15 мең һум аҡсаға алданып, үҫмерҙәр енәйәттәр ҡыла һәм иркенән мәхрүм ителә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диверсия, теракт яһарға маташыу өсөн 20 йылға тиклем төрмә янай. Провокаторҙар кәрәҙле элемтә вышкаларын, заводтарҙағы, тимер юлдағы объекттарҙы яндырырға ҡуша, ә был ғәмәлдәр һәләкәткә һәм күп һанлы кеше ҡорбандарына килтереүе ихтимал. 2024 йылда республикала Өфөлә һәм Ишембай районында транспорт объекттарында диверсиялар, Өфөлә һәм Өфө районында кәрәҙле элемтә вышкаларын яндырыу, Өфөлә автомобилдәргә ут төртөү, шулай уҡ хәрби дан символдарын боҙоу, Нефтекамала һәм Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар һәйкәлен хурлау осраҡтары асылды. Аяныслы хәлгә тарымаҫ өсөн мотлаҡ бала менән социаль селтәрҙәге сит кешеләрҙең талаптарын үтәү ни тиклем хәүефле булыуы тураһында һөйләшегеҙ. Үҫмерҙең аралашыу даирәһенә иғтибар итегеҙ, ул нимә менән мауыға, ниндәй сайттар менән ҡыҙыҡһына. Енәйәтселәр йоғонтоһо аҫтында балаларҙы ялмауы ихтимал тағы бер ҡурҡыныс «соҡор» – «Колумбайн» һәм «Маньяктар. Үлтереүселәр культы» хәрәкәттәре (террористик ойошмалар тип танылған, Рәсәйҙә эшмәкәрлектәре тыйылған). Уларҙа үҫмерҙәрҙе психологик йәһәттән эшкәртәләр һәм ҡурҡыныс енәйәттәр яһарға этәрәләр. Былтыр хоҡуҡ һаҡлаусылары скулшутинг темаһы (уҡыусыларға ҡораллы һөжүм, инглизсә School Shooting – «мәктәптәге атыш») менән ҡыҙыҡһынған 30-ҙан ашыу кешене асыҡланы. Бәхеткә күрә, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын ваҡытында һүндерә алдылар. Аҡылһыҙлыҡ арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалалар Бөгөн террор менән мутлыҡ бер сылбырҙың ҡулсалары булып тора. Тәүҙә енәйәтселәр кешеләрҙән аҡса ала, ә һуңынан диверсиялар яһарға мәжбүр итә. Улар алданыусыларҙы мыҫҡыллы рәүештә «биодрондар» тип атай. Мутлашыусылар ауына теләһә ҡайһы урында эләгергә мөмкин: танышыу сайтында, шәхси әйберҙәреңде һатҡанда, хатта хәбәрҙәге һылтанма буйынса күскән осраҡта. Кеше аҡсаһын юғалтҡандан һуң енәйәтселәр үҙҙәрен махсус хеҙмәттәр вәкилдәре итеп таныта һәм, йәнәһе, мутлашыусыларҙы тотоуҙа ярҙам һорай. Ҡайһы берҙә ниндәйҙер эште башҡарған осраҡта аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә итәләр, ә ҡайһы саҡта хатта туғандарын һәм яҡындарын үлтереү менән янайҙар. Ахырҙа кешеләргә ниндәйҙер объектты яндырыу йәки башҡа төрлө диверсия яһау тураһында инструкция бирелә һәм улар, паникаға бирелеп, ауыр енәйәт ҡылыуын аңламайынса, задание үтәй. Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн барлыҡ мәғлүмәттәргә иғтибарлы булығыҙ, таныш булмаған шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ, ә инде мутлашыусыларҙың ауына эләкһәгеҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк полицияға хәбәр итегеҙ.

Автор:
Читайте нас: