Все новости
Илһөйәрлек
14 Декабря 2022, 15:45

- КӨТӨГӨҘ МИНЕ

Ул шулай тине.

- КӨТӨГӨҘ МИНЕ
- КӨТӨГӨҘ МИНЕ

"Мине көтөгөҙ". Фронттан ебәргән сәләмендә ул шулай тип өндәште, Көйөргәҙе егете. Фотоһын күреү менән күңел күтәрелде: бөп-бөтөн, имен-аман! Хатта шаяртып маташа... Бирешмәҫкә тырыша, беҙҙе лә төшөнкөлөккө бирелмәҫкә саҡыра, хатта йыуата.
Көтәбеҙ, көтөрбөҙ, көтмәгән ҡайҙа. Башҡаса мөмкин түгел, әмәлебеҙ шул ғына.

Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Көт, өмөт өҙмә,
Һары һағыш ямғыр булып
Яуһа ла көҙҙә,
Көт бурандар ыжғырғанда,
Көт селлә саҡта,
Башҡалар онотҡанда ла
Ышаныс һаҡла
Көт, минең алыҫ юлымдан
Килмәһә хаттар
Япа-яңғыҙың ҡалдырып
Төңөлһә яттар.
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Ҡайтырмын, көтһәң,
Онот тиеп торһалар ҙа
Яныңда күптәр.
Әсәм, улым күнгәндә лә
Минең юҡлыҡҡа,
Дуҫ-иштәр йыйылып алып
Беҙҙең утлыҡҡа,
Минең рухыма бағышлап
Эскәндә шарап,
Һин ҡатышма. Ҡайтмаҫ, тимә,
Уларға ҡарап.
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн
Үлемдән көлөп,
- Даланлы, - тип, көтмәгәндәр
Тешләрҙәр телен.
Аңлай беләме ни улар,
Даланым - ул һин,
Һинең теләк уттан алыр,
Сигенер үлем.
Белербеҙ икәү, мин нисек
Үлемде еңдем -
Бер кемдә лә булмағанса
Һин көтә белдең
Гүзәл СИТДИҠОВА

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: