Тап ошолай тип аталған Башҡортостан мәҙәниәт әһелдәренең концерты республика буйлап йөрөй. Әле ул Ермолаевола булды.
Өфөнән Эҙәрмәндәр хәрәкәте рәйесе Волков Владимир Сергеевич килгән. Был концерттың төп маҡсаты билдәле: халыҡта патриотик хистәрҙе нығыраҡ уятыу, шуға бар маҡсат ошоға йүнәлтелгәйне.
Волков рәхмәттәр әйтте. Һеҙҙең район фронттағы егеттәргә ярҙам итә, эҙләнеү эшендә лә әүҙем ҡатнаша.
Хәрби комиссар М. Прежинский ҙа һүҙһеҙ ҡалманы:
- Былтыр кеше икеләнһә, быйыл ныҡлы фекергә килде - беҙ кемгә ҡаршы һуғышабыҙ, ниңә һуғышабыҙ.
Район башлығы күҙгә салынманы. Мобилизация менән китеп, әле ялға ҡайтҡан егеттәрҙе лә саҡырғандар, улары ла күренмәне.