Яуҙа йөрөгән яҡташ егеттәрҙән. Бына бөгөн сәләмдәрен ебәрҙеләр - Көйөргәҙе районынан Азамат, Күмертауҙан - Никита. Фотолағы ҡалған һалдаттар Өфөнән һәм Һарытауҙан.
- Балаларымды, ҡатынымды, барлыҡ туғандарымды һағындым, - тине Азамат.- Алла бирһә, май башында ҡайтам.
Ул күптән үк, ҡара көҙҙәрҙә, һалҡын ҡыштарҙа, хыял итә ине:
Яҙҙар еткәс, ҡайтырмын
Ҡоштар кеүек талпынып;
Баҫылмаҫмы йөрәгемдә
Һағыш ялҡыны?
Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Һағыш ялҡындары тиҙерәк баҫылһын ине.