

Сюрприз яһайым тип планлаштырһа ла, Алик ағайына әйткән булған, ул миңә әйтте, әсә йөрәген ҡыуандырайым тигәндер инде. Киленебеҙ Гөлдәр ҙә һиҙенгән, бер нисә көн шылтырата алмаҫмын тигәс тә, ҡайтып киләлер тип ҡаршыларға әҙерләнә башлаған. Ул беҙгә сюрприз яһайым тигән ине, иртүк Марсель улыбыҙ беҙҙе ҡайтып алды ла, беҙ уның үҙенә көтөлмәгәндә барып төшөп сюрприз яһаныҡ. Хатта ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ, беҙҙән бигерәк бәләкәстәр ҡыуана, ейәнсәрҙәрем Арина менән Әминә аталарының эргәһенән китмәйҙәр.
Был ҡыуаныслы мәл тураһында ла тулыраҡ гәзиттә баҫылды. Ә Айнур, ялдарын тултырып, бөгөн юлға сыҡты. Тиҙерәк ҡайтып төшөп, йәнә бер ҡат сюрприз яһа, туғандарыңа бәхет бүләк ит йәме, Айнур?