

Гуманитар йөктө Ырымбур, Төйлөгән ирекмәндәре тейәнеләр. Артабан Рәмил исемле Ырымбур егете менән оҙон юлға сыҡтыҡ. Иртәгә Өфөнән гуманитар ярҙам китергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда өлгөрә алмайым.
Егеттәребеҙгә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Гуманитар йөктө үҙ теләгем менән ташыйым. Берәүҙән дә аҡса һорап, үҙ өҫтөмә гонаһ алып йөрөмәйем.
Һалдаттарыбыҙҙың хәлдәре яҡшы. Кәрәк-яраҡтары етәрлек. Тыуған яҡтан килгән ҡәҙерле посылкаларын күреп бик ҡыуандылар. Аллабирҙе егеттәре Фидан Ғафаровҡа, Салауат Ишбаевҡа, Рифат Ниғмәтуллинға, Вилен Мамбетшинға ла посылкаларҙы тапшырҙым. Егеттәребеҙ мине күреүҙәренә балалар кеүек шатландылар...
Материал тулы вариантта гәзиттә баҫылды.