Илһөйәрлек
15 Июнь 2023, 12:43

Йылы йүгерҙе

Махсус хəрби операцияла булған районыбыҙ егеттəре сəлəмдəрен, фотоларын юлланы.

Йылы йүгерҙеЙылы йүгерҙе
Йылы йүгерҙе

Үҙҙəре яҙыуынса уларҙың барыһы ла яҡшы, кəйефтəр көр, тулы хəрби əҙерлек менəн хеҙмəт итəбеҙ, тиҙəр.
- Беҙҙең подразделение тулыһынса тип əйтерлек Көйөргəҙе, Күмертау егеттəренəн тора. Ҡалған яҡташ егеттəрҙе лə йыш күреп торабыҙ, улар ҙа беҙгə яҡын урынлашҡан. Егеттəр яйлап ялға ҡайтып, ял итеп килəлəр, ротабыҙҙан тағы бер егет тиҙҙəн тыуған яҡтарыбыҙға юллана, - тип яңылыҡтары менəн бүлеште Илдар.
Егеттəрҙең сəлəменəн йөрəктəргə йылы йүгерҙе, уларҙың ошондай ваҡытта ла оптимизм юғалтмай, күтəренке кəйеф һаҡлауҙарына һоҡланып ҡуйҙыҡ. Алла бирһə, сəлəмдəрегеҙ артынан, тыуған яҡтарыгыҙға үҙегеҙ ҙə иҫəн-һау, тиҙерəк əйлəнеп ҡайтырға булһын.

Автор:
Читайте нас