Илһөйәрлек
3 Август 2023, 05:25

Тормош

Тормош беҙҙе артыҡ шаяртманы: 

ТормошТормош
Тормош

Балалыҡты, урлап, һындырҙы...
Ҡайһы саҡта күҙҙән ут сығарып,
Уңлы - һуллы биткә һыҙырҙы.

Булды шундай көндәр —
Теште ҡыҫып:
— Их һин, тормош! — тинек, әсенеп, —
Кем генә һуң уйлап тапҡан һине,
Китмәйһең дә шунда сәнселеп!..

Барыһын да —
Ҡайғы, шатлығын да
Артыҡ яҡын алдыҡ күңелгә.
Шуғалыр ҙа
Уҙған йылдар эҙе
Маңлай һыры булып күмелгән.

Юҡ, Һыпырып ҡына ташлап булмай
Йөҙөңдәге тәрән һырҙарҙы, —
Бик йыш ҡына улар баҫып ҡала
Күҙеңдәге йәп - йәш нурҙарҙы...

Ә шулай ҙа
Шәп нәмә һин, тормош!
Беҙҙең ҡул да һине төҙөшкән.
Шундай бөйөк заман бәхете бит
Төшкән бына беҙҙең өлөшкә!

Ҡыйын да һин,
Ҡыҙыҡ та һин, тормош!
Күтәрелеү кеүек ҡаяға...
Ниндәй үкенесле булыр ине,
Тыумай ҡалған булһаҡ донъяға!..

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында ошо шиғыр яңғыраған. Уны Яҡшымбәт ҡыҙы Сөмбөл Бикмаева әллә күпме халыҡ алдында уҡыған. Сәбәбе? Был хаҡта мәҡәлә киләһе һанда баҫыла. 

Автор:
Читайте нас