Илһөйәрлек
8 Август 2023, 10:54

Иҫән ҡайт, мырҙа!

- Әле ЖД вокзалдамын, ағай. 

Иҫән ҡайт, мырҙа!Иҫән ҡайт, мырҙа!
Иҫән ҡайт, мырҙа!
Өфөнән ул әле генә шулай тип шылтыратты. Үткәнендә бара алмай ҡалғайны, барыбер барам мин, ағай, тип әйткәйне - һүҙендә торған. Яуға китеп бара. Яуға тип, әле ҡыҙыу ергә түгел, Омск ҡалаһына ебәргәндәр, үҙе элек хеҙмәт иткән урынға. Шунда әҙерлек үтәсәк. 
- Дүрт медкомиссия үттем, һаулыҡ насар түгел икән, әй. Минең менән тағы ике егет барырға тейеш ине, бына уларҙың һаулыҡтары шәптән булмаған, комиссия үтә алмағандар, Башҡортостандан мин бер үҙем, ағай. Позывнойым да бар - Шатун.
Беҙҙең яҡта бит ағай тип әйтмәйҙәр, абзый тиҙәр, Көйөргәҙе егете булһа ла, ул шулай тип өндәшә, йәнгә яҡын итеп әйтә, үҙемде хәс уның бер туған ағаһылай итеп хис итә, уның өсөн, бер туғандай, борсола башланым.
Иҫән ҡайт, мырҙа. 
Автор:
Читайте нас