Бөгөн Өфөнән Алмаз Сафин исемендәге яңы төҙөлгән батальон егеттәрен Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡасабаһына оҙатҡандар. Офицерҙарға ярҙам итеп беҙҙең район егете йөрөгән. Үҙенә бөгөн кискә генә ҡуҙғалырға, тәжрибә ҙур, тел бар тигән кеүек, ишекте япһаң, тәҙрәнән керә торған егет, шуға уға мөһим бурыс йөкмәткәндәр, әрме тәртибен белмәгән-онотҡандарға ярҙам ит, әйт, өйрәт. Бер Көйөргәҙе егете Тоцкиға оҙатып торһа, икенсеһе тегендә ҡаршы алып тора. Уныһы ла беҙҙеке. Позывнойы - Ибраһим. Ибраһим да төшөп ҡалған егет түгел, тел дә бар, кәүҙә лә Аллаға шөкөр. Тыңламағандарҙың ҡолағын борорға ла аптырап тормай.
Бындай егеттәр беҙгә ныҡ кәрәк - иҫән ҡайтығыҙ.