Туған- тыумаса, йәше-ҡарты егеттәрҙе оҙата сыҡты, курортҡа тип китеп бармайҙар, доғалар, изге теләктәр күп теләнде, әйтә торғанды һәр береһе әйтеп ҡалырға тырышты.
Ҡуҙғалыр алдынан, егеттәр тирә-яҡҡа күҙ һалды, йәйерәп ятҡан дала ла улар менән хушлашҡандай булды: мин һеҙҙе көтәм, улдарым!