Все новости
Илһөйәрлек
18 Сентября 2023, 09:56

"Беҙҙең ярҙам унда бик кәрәк"

Көйөргәҙе районы егете Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлаған. 

"Беҙҙең ярҙам унда бик кәрәк"
"Беҙҙең ярҙам унда бик кәрәк"

“Табиб булараҡ, мин унда кешеләргә кәрәк буласағымды аңланым” – ти мобилизацияланыусы Марсель.
Илеш районы Үрге Йәркәй район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә табиб - анестезиолог-реаниматолог булып эшләгән Марсель К. уҙған йылдың сентябрендә мобилизацияланып, Укариналағы махсус хәрби операцияға юлланды. Күптән түгел Марсель Миҙхәт улы ҡыҫка ваҡытлы ялға ҡайтты һәм икенсе көнөндә үк стационарға килеп, хеҙмәттәштәре менән күрешеп сыҡты.
Әйтергә кәрәк, Марсель медицина өлкәһендә 7 йыл хеҙмәт итә. Көйөргәҙе районы егете Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлай. Бер йыл интернатурала уҡып, анестезиолог-реаниматолог һөнәренә эйә була. 2016 йылда Түбәнге Сереккүл ауылы ҡыҙы Гөлнур менән ғаилә ҡоралар. Ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.
Марсель – тәбиғате менән тәүәккәл кеше.

Мәҡәлә киләһе һанда гәзиттә тулы вариантта баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: