

Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал егете, әле фронтта Шатун тигән ҡушамат йөрөткән һалдат ул. Беҙ уның тураһында күп яҙҙыҡ, яуға киткәндә лә оҙатып ҡалдыҡ. Үкенесең бармы тигәнгә, юҡ, тине Шатун, бына мунсаны ғына төҙөп бөтөп булманы...
Әле яҡташтары һалдаттың хыялын тормошҡа ашырып йөрөй - өмә яһап, мунсаның эшен еренә еткерәләр.
Был хыялың тормошҡа ашыр, Шатун, мунса мөрйәһенән төтөн сыға башлар, иҫән-һау ҡайтып, ошо мунсала үҙеңә, рәхәтләнеп, сабынырға яҙһын.