

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районы Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы моторисы ирекмәндәр сафына баҫты. Үҙенә «Кашпировский» саҡырыуын алған һалдат күп балалы атай. Ул хәҙер үҙ теләге менән Салауат Юлаев исемендәге батальон сафында хеҙмәт итәсәк.
Өйҙән уны ике улы һәм ике ҡыҙы оҙатып ҡалды. 27 йылдан ашыу ошо хужалыҡта эшләгән уҙаман Кировта иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Былтыр Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап уға, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, Почет грамотаһы тапшырылды.
«Мин тыуған илемә намыҫлы хеҙмәт итергә хәрби ант ҡабул иткәнмен, - ти «Кашпировский». – Бөгөн илебеҙ ярҙамға мохтаж. Уны һаҡлау үҙен ирмен тип иҫәпләгән һәр кешенең намыҫ эше. Шундай ваҡытта өйөңдә ятһаҡ, беҙ балаларыбыҙҙың күҙҙәренә нисек ҡарарбыҙ?»
Ошондай ҡыйыу ир-уҙамандарыбыҙ барҙа, Тыуған илебеҙҙең күге аяҙ, тыуыр таңдары тыныс булыр. Еңеү менән ҡайт, яугир!