Һуғыш - ҡатын-ҡыҙ эше түгел тиһәләр ҙә, был сибәр ҡатын өйҙә ҡала алмаған.
Һөнәре менән табип кеше, үтә сая аҙымға барҙы. Балаларын өйҙә ҡалдырып (бер улы яңыраҡ ҡына әрменән ҡайтты, бәләкәй ҡыҙы мәктәптә уҡый), яуға китте. Бар район һоҡланып та, ғәжәп булып та оҙатып ҡалды. Балалары тик бер һүҙ әйтте: иҫән ҡайт, әсәй!