Күк илап тик тора.
Бөгөн Өфөнән егеттәрҙе оҙаттылар. Беҙҙекеләр ҙә бар, әлбиттә. Тантаналы музыка, ялҡынлы телмәрҙәр... Йылмайырға тырышабыҙ, башҡаса булмай.
Ҡар ҡатыш ямғырҙар яуа.
Илау ҡатыш көлөүөм.
Бергәләшеп көлөшөр көндәребеҙ алда булһын, хәйерле юлдар һеҙгә, егеттәр!