

Ағалы-мырҙалы егеттәргә, бынан бер нисә йыл элек, һеҙ шундай-шундай шарттарҙа, шундай ерҙә осрашасаҡһығыҙ тиһәләр, ышанмаҫтар, былайҙы әйткән кешене һантыйға һанап, көлөп кенә ҡуйырҙар ине.
Бына әле торалар - Илкәнәй егеттәре, яуҙа осраштылар, хәс тыуған ауылдан китмәгәндәр ҙә кеүек тойолдо бер мәлгә.
Һөйләшер һүҙҙәре бөтмәгән, күрешмәгәндәренә байтаҡ бит, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, һөйөнөслө яңылыҡтар менән уртаҡлашҡандар. Һағындырған. Ауылды, туғандарҙы. Осрашҡас, күпмелер ваҡытҡа һағыш баҫылған да кеүек булған.
Бөтәбеҙҙең дә өҫтөбөҙҙә ауыр йөк булып ятҡан һағыштар бер ҡасан таралыр ҙа күңел күгебеҙҙә ҡояш балҡыр - ошоға ышанабыҙ.