Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
7 Ноябрь 2023, 12:36

Күп балалы әсә махсус операцияға киткән

Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә ҡыйыу яҡташы хаҡында яҙған. 

Күп балалы әсә махсус операцияға киткән
Күп балалы әсә махсус операцияға киткән

Уның хәбәр итеүенсә, ашнаҡсы булып эшләгән күп балалы әсә махсус хәрби операцияға юлланған. Ҡатындың балалары ваҡытлыса өләсәләрендә ҡалған.

— Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәр ваҡыт тыйнаҡ, әммә ҡыйыу булған, ти ханым. Ул яугирҙәребеҙгә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә аласағына ышана. Доброволецтың әсәһе ҡыҙы өсөн борсола, әлбиттә, ләкин уның ҡарарын хуплай, балаларын тәрбиәләп торорға әҙер. Ҡыйыу ханымға махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән ваҡытта уңыштар һәм көс теләйем! Аллаһы Тәғәлә уны балалары хаҡына һаҡлап ҡына йөрөтһөн! — тип хәбәр итә Юлай Ильясов.

Автор:
Читайте нас