Ауылдаштыр тыныс тормошта күрешһәләр, яҙырлығы ла булмаҫ ине, һөйләшеүҙәре иҫәнме-һаумынан ары китмәҫ ине. Ә әле... Меңәр йыл бер-береһен күрмәгән туғандар кеүек булған осрашыуҙары. Бер мәлгә генә улар бер ҡайҙа ла китмәгән, һаман булһа ҡәҙимге тормошта йәшәй-эшләй кеүектәр һәм осрашыуҙары ла Яңы Мораптал урамында кеүек күренгән.
Тыуған ауылығыҙға ҡайтып, бер-берегеҙ менән йыш күрешеп, "Иҫләйһеңме теге саҡта" тип хәтирәләрегеҙ менән бүлешеп йәшәргә яҙһын һеҙгә, егеттәр.