Юҡ, ул әле үҙе ҡайтмаған, баш табип Олег Астаховҡа яҙған "Абзый, шулай-шулай, минең яратҡан табибым бар, әгәр ҙә һеҙ, минең исемдән, уға сәскәләр алып барып тапшырһағыҙ, минең күңелем булыр ине". Олег Анатольевич эреләнеп тора торған кеше түгел, бигерәк тә ошондай мәлдә, теләһә кем түгел, яуҙа йөрөгән егет һорай, сәскәләрҙе алған да барған. Тапшырған.
Эльвира апайҙың да күңеле булғандыр, әллә ҡайҙа алыҫта, ут аҫтында йөрөһәләр ҙә онотмайҙар үҙен.
Тиҙерәк ҡайтып, кемдер аша түгел, үҙ ҡулдарың менән гөлләмәләр бүләк итергә яҙһын, һалдат.