Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Ноябрь 2023, 14:05

«Үҙебеҙҙекелəрҙе ташламайбыҙ!»

Егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар!

«Үҙебеҙҙекелəрҙе ташламайбыҙ!»
«Үҙебеҙҙекелəрҙе ташламайбыҙ!»

Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт халҡы ла яугирҙәргә ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтеп, уларға түҙемлек, һаулыҡ теләй һәм өйҙәренә тиҙерәк ҡайтыуҙарын көтә. Улар “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” патриотик акцияһына әүҙем ҡушылғандар һәм ауылдың уңған хужабикәләре һалдаттарға ебәреү өсөн туҡмас киҫеп әҙерләгән. Өй ризығы яугирҙәребеҙгә күңелебеҙ йылыһын, бар изге уй-теләктәребеҙҙе еткерһен, тип тырышҡан улар. Шулай уҡ егеттәребеҙгә аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, кәрәкле дарыуҙар һәм башҡа әйберҙәр йыйҙылар.
- Ауылдың әүҙем һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙары мәҙәниәт йортонда йыйылып, туҡмас
киҫеп, тыуған йорт, күңел йылыһын егеттәребеҙгә ебәрәбеҙ. Егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар! Илебеҙҙә тыныслыҡ, именлек урынашһын! – тип теләй зәк-ишмәттәр.

Автор:
Читайте нас