-14 °С
Ҡар
Күмертау ҡалаһының М.Исҡужин исемендәге прогимназияһы уҡыусылары «Һалдатҡа хат» акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә сәләм хаттары яҙҙы.
- Класыбыҙ был акцияға бик теләп ҡушылды. Хаттарҙа беҙ һалдаттарға тиҙерәк еңеү яулап, тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнек. Беҙҙең хаттар һалдаттарҙың күңелен йылытыр, тип ышанабыҙ, - тине башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Дәүләтова.