Все новости
Илһөйәрлек
18 Февраля , 10:20

Йырланаһы йырҙар алда булһын

Яңы ғына янда йөрөй ине. 

Йырланаһы йырҙар алда булһын
Йырланаһы йырҙар алда булһын

Ипле генә, әҙәпле, кешегә ихтирамлы егет. Бындайҙар юғарыға үрләргә тейеш, етмәһә, оҙаҡ йылдар ошо районда тир түккән кеше, бөтәһен белә, аңлай тип (ситтән килгәндәр райондың айышына төшөнә алмай бер була, юғиһә), егетебеҙгә гел уңыштар теләп ултырҙыҡ. Хеҙмәттәшлек иттек. Былтыр, бөтәһен аптыратып, ул яуға китте лә барҙы. Баҫалҡы ғына малайыбыҙ, улмы һуң һуғышып йөрөй торған кеше, йәнәһе. 

"Батырлыҡ өсөн" миҙалын тағып та ҡайтҡан. Бына һиңә баҫалҡы. 
Уны район хакимиәтендә тәбрикләнеләр, ҡыуаныштылар, әлбиттә, иң ҡыуанғаны, шулай ҙа, туғандары булды. Алдына ни ҡуйып, ни бирергә белмәй өйөрөлдөләр... Йырҙар йырланылар. Тыуған ил, туғандар янына бөтөнләйгә ҡайтып, йырлар дәртле йырҙарың алда булһын. 
Мәҡәлә киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Источник фотографии https://vk.com/kuyurgaza_adm 
Автор:
Читайте нас: